Ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында урынлаштырылған. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 33 район һәм ҡалала күп фатирлы йорт алдары төҙөкләндерелә. Бының өсөн 1 миллиард һум тотонола. Өфөлә, мәҫәлән, күп фатирлы 33 йорт ихатаһында ремонт үткәрелә. Эштәр майҙа башланырға һәм сентябрҙә тамамланырға тейеш.







