Башҡортостан хужалыҡтары ике айҙа 800 миллион һумға техника алған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, автопаркты яңыртыу дауам итә. Ғинуар һәм февралдә хужалыҡтар 186 берәмек техника һатып алған. Ул яҙғы баҫыу эштәре өсөн тәғәйенләнә. Республикала айырым программа буйынса трактор һәм комбайндар хаҡының яртыһы ҡайтарыла. Һуңғы 5 йылда 56 миллиард һумға 16 мең берәмек яңы техника һатып алынған.

Фото №1 - Башҡортостан хужалыҡтары ике айҙа 800 миллион һумға техника алған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ