Был - республикала иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе. Өфөнән М-5 трассаһына 10 минутта сығырға мөмкин. - Бөгөн М-5 трассаһына сығыу юлын асабыҙ. Объектты тамамлау өсөн уны М-7 трассаһы менән тоташтырырға кәрәк. Алда ҙур эш көтә. Республика һәм Өфө халҡын ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров юлды асыу тантанаһында.
Көнсығыш юл автомобиль тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер һәм тиҙ йөрөшлө трассанан тора. Дөйөм оҙонлоғо 14 километрға яҡын.







