Рәсәй президентын һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләре иғлан ителде. Үҙәк һайлау комиссияһы бөгөн иғлан иткән мәғлүмәттәргә ярашлы, Владимир Путин 87,28 процент тауыш алған. Ғәмәлдәге президентты 76 миллион 277 меңдән ашыу кеше хуплаған. Икенсе урынды Николай Харитонов алған. Унан һуң Владислав Даванков һәм Леонид Слуцкий килә. Бөгөн Владимир Путин һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң халыҡҡа мөрәжәғәт итте.







