Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Подполковник Андрей Мигуновтың батырлығы «Ҡыҙыл Йондоҙ», старшина Олег Маленков, рядовой Игорь Никитин , ефрейтор Дим Шәрипов «Ҡаһарманлыҡ « ордендары менән баһаланды. Яҡташтарыбыҙ махсус операция биләмәһендә үҙ ғүмерен аямай неонацстарға ҡаршы көрәштә һәләк булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры, подполковник Андрей Мигунов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Күптән хаҡлы ялда булған хәрби , Афған һуғышы ветераны СВО-ға үҙ теләге менән юлланып хәрби бурысын үтәргә ҡарар иткән. Дошмандарға позиция бирмәгән саҡта дрон һөжүменән уның ғүмере өҙөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров геройҙың тормош иптәшенә «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденын тапшырҙы.
Старшина Олег Маленков, рядовой Игорь Никитин, ефрейтор Дим Шәриповтың батырлығы «Ҡаһарманлыҡ « ордендары менән баһаланды. Яҡташтарыбыҙ махсус операция биләмәһендә үҙ ғүмерен аямай неонацистарға ҡаршы көрәштә һәләк булды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың тормошон 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышында дошман менән көрәшкән һалдаттар менән тиңләне.
Республика етәксеһе, Башҡортостандың илһөйәр улдарына һәм уларҙың ғаиләләренә оло хөрмәт белдереп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Герой яугирҙарҙың исеме бер ҡасан да онотолмай һәм республика тарихында юйылмаҫ хәтер булып һаҡланып ҡала.
Флорида Ким



