Башҡортостанда «Иғтибар-балалар!» акцияһы башланды

Ул водителдәр һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәштәр менән профилактик эш алып барыуға арналған. Быйыл ике ай эсендә Башҡортостанда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 36 бала йәрәхәтләнгән, 1 бала һәләк булған.

Профилактик саралар яҙғы каникул алдынан һәм каникул мәлендә лә уҙасаҡ. Был көндәрҙә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре айырыуса күләмле саралар үткәрелгән урындарға иғтибар йүнәлтә. Балаларҙы автобустарҙа һәм автомобилдәрҙә ташыу ныҡлы контролгә алына. Мәктәптәрҙә әңгәмәләр, дәрестәр уҙғарыла, унда юлдағы тәртиптең төп ҡағиҙәләре аңлатыла, юлда йыш ҡабатланған осраҡтар ҡарала һәм анализлана.

Уйын формаһында, әкиәт рәүешендә, бәләкәй балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү бик мөһим икәнен еткерергә тырышабыҙ. Беҙҙең маҡсат - балалар һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау.

Рәсимә Кәримова, Өфөнөң М.Нагаев исемендәге 160-сы лицейының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

Имен-һау булыу өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә һәм үҙеңде һаҡларға кәрәк.

Арина Велигоцкая, Өфөнөң М.Нагаев исемендәге 160-сы лицейы уҡыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ