3 ай эсендә Өфөнөң махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәгенә 1000-дән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар араһында социаль-көнкүреш мәсьәләләре, шулай уҡ медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, шифаханаларҙа дауаланыуға бәйле мәсьәләләр бар. Үҙәктә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса консультация алырға ла мөмкин. Ҡала райондары хакимиәте хеҙмәткәрҙәре талаптар һәм кәрәкле документтар тураһында аңлатасаҡ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу дауам итә. Көн һайын һайлап алыу пунктында Рәсәй Оборона Министрлығы менән тиҫтәләп кеше контракт төҙөй. 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар медицина хеҙмәткәре, элемтәсе йәки ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй оборона министрлығы менән килешеүгә хаҡлы ялға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡандар , шулай уҡ әрмелә хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта һөнәри белеме булған ир-егеттәр ҡул ҡуя ала. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 117 - берҙәм белешмә телефон һандарына, 122 - Ситуация үҙәгенә йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офисына, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Контракт буйынса хәрби хеҙмәт» бүлегенә шылтыратырға кәрәк






