Сараның тәүмаҡсаты - Рәсәй һәм сит илдәр урология берләшмәләре араһында эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыу. Халыҡ-ара кимәлдә билдәле белгестәр үҙҙәренең һуңғы тикшеренеүҙәре, практик эштәре менән таныштыра. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында башҡорт хирургтары күрһәтмә операциялар яһай. Яман сир менән көрәштә ҡулланылған алдынғы технологиялар хаҡында киләһе яҙмала.
Простата биҙе яман шеше - ир-егеттәр араһында йыш осрай торған сир. Иртә стадияла асыҡлаған осраҡта операция һөҙөмтәләре уңышлы булыу проценты ла юғары. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында урология ауырыуҙарын радикаль дауалауҙа иң һуңғы технологиялар, яңы ҡорамалдар ҡулланыла. Республикала диспансерлаштырыуҙың әүҙем алып барылыуы иһә сирҙе ваҡытында билдәләргә булышлыҡ итә.
Урология һәм онкология буйынса Халыҡ-ара конгресс сиктәрендә асыҡ, эндоскопия, лапароскопия һәм робот хирургияһы буйынса ойошторолған операцияларҙың видеотрансляцияһы ойошторолдо. Рәсәйҙең билдәле онкологтарының эш тәжрибәһе менән юғары уҡыу йортоноң һуңғы курс студенттары ла танышты.
Башҡорт дәүләт университеты клиникаһы белгестәре Рәсәй һәм сит ил табиптары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тәжрибә уртаҡлашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы алымдар ҡулланып эшләүгә ныҡлы этәргес бирә.
Халыҡ-ара конгрессҡа ла урология, онкология һәм медицинаның башҡа оҡшаш өлкәләрендә эшләгән алдынғы белгестәр саҡырылған. Донъя кимәлендә заманса дауалау ысулдары өйрәнелә.
Конгресс сиктәрендә урологик тикшеренеүҙәр өлкәһендә мөһим тема - терапия мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды Күләмле сара өс көнгә иҫәпләнгән, программа фундаменталь һәм практик яҡтан бай.
Күләмле сара Рәсәй, Европа, Азия, һәм Ғәрәп урология берләшмәләре араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән. Сит ил белгестәре Башҡортостандағы медицина клиникаһы мөмкинлектәрен, хирургтарҙың эшен юғары баһаланы.
Гөлназ Хәйбуллина



