Ураҙа тотоу - изге ғәмәл. Мосолмандарҙың көтөп алған изге Рамаҙан айында Баймаҡ ҡалаһының “Нәсихәт” мәсетендә көн дә ифтар мәжлестәре үтә. Халыҡ күпләп тәрәуих намаҙына йыйыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рамаҙан айы - иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫеү, йәшәүҙең асылы хаҡында уйланыу ваҡыты. Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар һаны арта, улар араһында йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Изге ай башланғандан алып ҡаланың иң күркәм урынында урынлашҡан “Нәсихәт” мәсетенә халыҡ “ауыҙ асыу”ға, тәрәүих намаҙҙарына йыйыла.
Иман йортонда ифтар мәжлестәрен ойоштороуға ҡала эшкыуарҙары, ябай халыҡ үҙ өлөшөн индерә. Бында һәр кис 200-ләп кеше йыйыла, күптәр ғаиләләре менән килә. Альбина, Гөлнара, Зәкиә абыстайҙар көн дә бер ҡыйынлыҡһыҙ мосолмандарға табын әҙерләй.
Рамаҙан айы кешеләргә донъяуи ҡиммәттәрҙе ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе бер мәл. 29 көн дауам иткән изге айҙа һәр кем тик яҡшылыҡтар эшләп ҡалырға тырыша. Тотҡан ураҙалар ҡабул булып - ифтар мәжлесен үткәреүселәргә сауаптар насип итһен.






