Өфөлә «Яҙғы бөрө-көҙгө емеш бит ул» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте

Бөтә донъя шиғриәт көнө айҡанлы бөгөн Өфөлә «Яҙғы бөрө-көҙгө емеш бит ул» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләү тураһындағы ҡарар 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан ҡабул ителә. Шул осорҙан алып байрам йыл һайын Ер шарының төрлө ҡитғаларында уҙғарыла.

Башҡортостан халҡы ла шиғриәт көнөн әүҙем билдәләй. Өфө фән һәм технологиялар университетындағы кисәне Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы уҡыу йорто менән берлектә ойошторған. Кисәлә республиканың билдәле шағирҙары ҡатнашты. Улар араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә бар. Һәр береһенең ижад майҙанында үҙ юлы, үҙ урыны. Һүҙ оҫталары студенттарға шиғри шәлкемдәрен уҡып ишеттерҙе, шиғри һүҙҙең көсө, ҡөҙрәте тураһында һөйләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ