Өфө парашютсыһы донъя рекорды ҡуйырға ниәтләй

Александр Лынник-бард, яҙыусы һәм радио алып барыусы, 64 йәшендә бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра. Әле ул Ерҙең Төньяҡ ярымшарына һикереүгә әҙерләнә. Һикереү Өфөнөң юбилейына, осоусы Валерий Чкаловтың тыуыуына 120 йыл тулыуға һәм Космонавтика көнөнә арнала.

Бының өсөн парашютсы барокамерала гипоксик һулыш күнекмәләрен һәм түбән температура һынауын үтә. Ғәҙәти пациенттар бындай аппарат ярҙамында иммун системаһын нығытһа, Александр Лынник өсөн был парашют менән һикереүгә әҙерләнеү ысулдарының береһе.

Һикереү алдынан был өлөшләтә һынау. Сөнки беҙ тәүге тапҡыр реаль шарттарҙа, түбән температура һәм түбән атмосфера баҫымы шарттарында кислород ҡорамалдарыбыҙҙы һәм организмдың быларҙың барыһына нисек яраҡлашыуын һынап ҡарайбыҙ.

Александр Лынник, инструктор

Был ябай һикереү генә булмаясаҡ. Александр Лынник йыһангир Михаил Корниенко һәм «Стратонавтика» етәксеһе Денис Ефремов менән бергә донъя рекорды ҡуйырға ниәтләй. Парашютсылар стратосферала ике минутлыҡ осоштан һуң Төньяҡ полюсҡа төшәсәк.

Беҙ Александр менән көсәйтелгән әҙерлек ҡулланабыҙ, иң ҡатмарлы әҙерлек программаһы ҡулланыла - был дүртенсе программа. Гипоксотерапия ярҙамында организм аҙ кислородлы шарттар өсөн яраҡлаша. Өҫтәүенә, ул икеләтә ҙурлыҡта ҡулланыла. Был осоштарға әҙерлек үҙәгендә үткән процедураларға яҡынлаштырылған.

Александра Постован, клиника етәксеһе

Александр үҙенең күнекмәләр циклын тамамлаған да инде. Хәҙер ҡорамалдарҙы яңынан тикшереү һәм ҡотҡарыусыларҙы әҙерләү мөһим. Сөнки парашютсылар йыртҡыс хайуандар йәшәгән, йәки бар яҡтан хәүефле урынға төшөүе ихтимал. Әммә пилоттар хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡмай. Уларҙың маҡсаты-үҙ амбицияларын тормошҡа ашырыу ғына түгел, ә Рәсәй авиацияһында «Беренселәр ваҡытын» дауам итеү. Экипаждың Мурманскиҙан Төньяҡ ярымшарға осоуы 2 апрелгә планлаштырылған.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ