Баш ҡала уҡыусылары Өфөнөң машиналар эшләү колледжы эшмәкәрлеге менән танышты

Эшсе һөнәрҙәргә һөйөү мәктәп партаһынан башлана. «Профессиональ навигатор» проекты сиктәрендә бөгөн баш ҡаланың 122-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Өфөнөң машиналар эшләү колледжы эшмәкәрлеге менән танышты. Әйткәндәй, күптән түгел уҡыу йорто «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында тулыһынса яңыртылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мәктәп уҡыусылары эшсе һөнәрҙәргә төшөнә. Бөгөн улар Өфө машиналар эшләү колледжы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Ҡыҙҙар-малайҙар уҡыу-уҡытыу процессының нисек алып барылыуын ҡарап, үҙҙәрен дә һынап ҡараны.

Өфөнөң 122-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та алды. Сөнки, күптәр туғыҙынсы кластан һуң, урта махсус уҡыу йорттарына барырға уйлай.

«Профессиональ навигатор» проекты 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн ул баш ҡаланың 7 колледжында уңышлы алып барыла. Ошо рәүешле, урта махсус уҡыу йорттары үҙҙәрен танытып ҡына ҡалмай, йыл да уҡыусылар һанын бер кимәлдә тоторға булышлыҡ итә.

Әйткәндәй, былтыр Өфөлә ошондай уҡ 163 сара ойошторолған. Уларҙа ҡатнашҡан 2500 ашыу уҡыусы 40 төр һөнәр менән танышҡан. Маҡсаты бер - эшсе һөнәрҙәргә иғтибар йүнәлтеү менән бергә, уның абруйын күтәреү.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ