Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлатыу эштәре дауам итә

Архангел районының Оҙондар ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһында ошо маҡсатта 250 килограмм самаһы шартлатҡыс матдә файҙаланылған. Республиканың башҡа төбәктәрендә лә боҙҙо ҡаралау һәм ҡырҡыу эштәре алып барыла. Был тығындарҙы һәм һыуҙың ҡапыл күтәрелеүен булдырмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә шартлатыу эштәре тураһында видеояҙма һалып, ташҡынға әҙерлек барышы менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, яҡын көндәрҙә яҙғы ташҡын буйынса аныҡ фараздар буласаҡ. Әммә әлегә, һәр ваҡыттағыса, бөтә хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәл осрағына һынау үтә. Бөгөнгә ташҡын була ҡалһа, халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Көн һайын һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә. 11 мең самаһы кеше һәм 3 мең берәмек техника сафҡа ҡуйылған. Ғәҙәттәгесә, Өфө ҡалаһы һәм районы, Иглин, Белорет, Бишбүләк, Миәкә, Архангел, Дыуан һәм Ҡырмыҫҡалы райондары һыу баҫыу зонаһына эләгә. Белгестәр быйылғы ташҡындың уҙған йылдарға ҡарағанда етдиерәк буласағы хаҡында иҫкәртә. Ағиҙел бассейнында ҡарҙа һыу запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 6-27 процентҡа юғары.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ