Амур өлкәһендә ер аҫтында ҡалған шахтерҙарҙы ҡотҡарыу операцияһы дауам итә

Эш тәүлек әйләнәһенә бара, төндә ҡотҡарыусылар 214 кубометр ерҙе таҙартҡан. Әле белгестәр өсөнсө скважинаны бырауларға әҙерләнә. Бының өсөн урынға быраулау ҡоролмаһы килтерелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбе «Пионер» алтын мәғдәне ятҡылығында 100 метрҙан ашыу тәрәнлектә тау массаһы емерелде. Шахтала 13 кеше, шул иҫәптән Сибайҙан һәм Учалынан 5 кеше булыуы билдәле. Улар менән бәйләнеш юҡ. Хәлде ер аҫты һыуҙары ағымы ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәл урынына шахтерҙарҙың яҡындары барған. Улар менән психологтар эшләй, тейешле ярҙам күрһәтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ