Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреүселәр сайтта теркәлгән куар-билет буйынса ҡиммәтле бүләктәр, шифаханаларға юлламалар отто. Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа супер-приз - фатир һәм «Нива» автомобилдәре уйнатылды. Саҡмағош районында йәшәүсе фатир асҡыстары отто, машитналар Бөрө һәм Благовещен райондарында йәшәүселәргә тапшырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бәхетле һандар. Күҙ асып йомған арала куар-билет буйынса Саҡмағош районында йәшәүсе супер-приз отто. «Рәхмәт» акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Затон биҫтәһендә, «Новоленд» торлаҡ-комплексында яңы фатир, ике «Нива» автомобиле уйнатылды. Бүләктәр 26 мартта баш ҡалала тапшырыла. Бынан тыш, кофе машина, электровелосипед, телевизор, саң һурҙырғыс һәм башҡа приздар үҙ хужаһын тапты.
«Рәхмәт» акцияһы буйынса еңеүселәрҙе билдәләү БСТ каналында, асыҡ форматта, тура эфирҙа ойошторолдо. Уйнатылған һандарҙы алдан әҙерләү йәки алмаштырыу мөмкин түгел, акция ғәҙел һәм ҡағиҙәләргә ярашлы үтте.
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһында 2 млн 500 мең кеше ҡатнашты. Граждандар ҡиммәтле бүләктәр отоуҙан тыш, акцияға ярашлы партнер-кибеттәргә ташлама, шифаханаларға юллама алып ҡыуанды.
Флорида Ким






