Интервью биреү нескәлектәре. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа депутатттар өсөн матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса семинар үтте.
Парламент депуттарына даими рәүештә ҡаралған, ҡабул ителгән ҡануни документтар, илдәге сәйәси ваҡиғалар буйынса интервью бирергә тура килә. Сөнки закондар граждандар өсөн ҡабул ителә, халыҡ уларҙы белһен, ҡулланһын өсөн аңлатыу эштәре алып барыу мөһим.
Семинарҙа ҡатмарлы закон проекттарын халыҡҡа ябай итеп төшөндөрөү, ҡабул ителгән теге йәки был ҡанундың нескәлектәрен, өҫтөнлөктәрен аңлатыу тураһында һүҙ барҙы. Тәжрибәле журналистар, үҙҙәре лә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депуттары, интервью биреүҙең үҙенсәлектәре, төп ҡағиҙәләр тураһында һөйләне. Эксперттар әйтеүенсә, журналистар менән аралашҡанда иң мөһиме- үҙ фекереңде ябай, аңлайышлы итеп еткерә белеү.



