Башҡортостанда Республика башлығы грантына ғариза ҡабул итеү дауам итә

Быйыл коммерция булмаған ойошмалар 3 миллион һумға тиклем дәғүә итә ала. Дөйөм фонд 155 миллион һум тирәһе. Башҡортостан башлығы гранттары фонды белгестәре әйтеүенсә, йүнәлештәр тиҫтәнән ашыу, улар төрлө яҡлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала.

Әммә быйыл тәү сиратта ғаилә ҡиммәтәрен пропагандалауға, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яҡлауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә йүнәлтелгән проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк. Граждандар институтын үҫтереү буйынса Башҡортостан башлығы гранттарына ғаризалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Былтыр бөтәһе 407 ғариза ҡабул ителгән, 92 кеше еңеүсе тип табылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ