Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө алдынан иртәнге күнекмә

Республика туберкулезға ҡаршы көрәш клиник диспансеры баш табибы Шамил Булатов тармаҡ белгестәре өсөн күнекмә ойошторҙо. Клиника хеҙмәткәрҙәре эш көнө алдынан саф һауаға сыҡты.

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө йыл һайын 24 мартта билдәләнә. Уның маҡсаты - туберкулездың һаулыҡ, йәмғиәт һәм иҡтисад өсөн һәләкәтле эҙемтәләре тураһында йәмәғәтселектең белемен арттырыу. Шулай уҡ туберкулез эпидемияһына ҡаршы көрәш буйынса эште әүҙемләштереү. Дата 1882 йылда табип Роберт Кохтың туберкулез тыуҙырыусы бактерияны асыуы менән бәйле. Артабан ауыр сирҙе диагностикалау һәм дауалау ысулдары сығарыла.

Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө алдынан беҙ диспансерҙа эшләүсе хеҙмәттәштәребеҙ менән зарядка яһаныҡ. Сирлеләрҙе дауалау өсөн медициан хеҙмәткрәҙәренең үҙҙәренә тәү сиратта сәләмәт булыу мөһим. Саф һауала яҡшы энергия туплағандан һуң улар хәҙер ауырыуҙар янына инә.

Шамил Булатов, Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансеры баш табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ