Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде

Һөнәри байрамдары алдынан бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде. Юғары дәүләт наградаларын Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Улар менән тотош республика халҡы ғорурлана. Награда алыусылар араһында халыҡҡа киң билдәле артистар ҙа, сәхнә шаршауы артында ҡалыусы хеҙмәткәрҙәр ҙә, киләсәк быуын артистарын тәрбиәләүсе педагогтар ҙа бар. Барыһы ла республика сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәр.

Башҡортостанда14 мең самаһы мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәри байрамын билдәләй. Улар мәҙәни мираҫты һәм милли үҙаңды һаҡлау, зауыҡлы йәш быуын тәрбиәләү, халыҡ рухын күтәреүгә тос өлөш индерә. Тәбрикләнеүселәр араһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе артистар ҙа бар ине. Улар фронт ижади бригадалары менән яугирҙарҙың хәрби рухын күтәрә, музыка ҡоралы ярҙамында нацизмға ҡаршы көрәш алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ