«Нюргун батыр» олонхоһо Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан тәржемә ителгән. Фән белгестәре мөрәжәғәт иткән төрки халыҡтары араһындағы сираттағы героик эпос һанала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яҡуттарҙың милли ҡомартҡыһынан өҙөк. «Олонхо театры» дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы артисы Анастасия Алексеева Башҡортостанға сәләмен героик эпос аша еткерҙе. «Нюргун батыр» саха телендә өс көн, шунсама төн һөйләнә, тигән фекерҙә ул. Сөнки, риүәйәт хомус менән, яҡуттарға хас өзләү менән байытылып башҡарыла.
Яҡут халҡының героик эпосы өҫтөндә эш башҡорт ғалимдарына еңелдән бирелмәй. Шуға ла материал бер нисә йыл дауамында өйрәнелә. Саха теленең үҙенсәлеген, милли менталитетты боҙмайынса башҡорт уҡыусыһына еткереү төп бурыстарҙың береһе ине. Ғалимдарҙың хеҙмәте Яҡутстан вәкилдәре тарафынан юғары баһалана.
«Нюргун батыр» эпосы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә нәшер ителгән. Ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарының Саха республикаһы инициативаһы менән «Донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары» китап серияһын булдырыу программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, ошо уҡ проект ярҙамында 2017 йылда «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы яҡут телендә донъя күрә. Күптән түгел, Башҡортостанда нәшер ителгән «Манас» ҡырғыҙ эпосы кеүек үк «Нюргун батыр»ҙың да популяр булыуына шикләнмәй яҡуттар.
Азат Ғәлиуллин



