Башҡортостанда Мәскәү өлкәһендәге терактҡа бәйле бөгөн һәм иртәгә күңел асыу саралары уҙғарылмай. Был турала Республика Башлығы хакимиәтенән хәбәр итәләр. Алынған билеттар өсөн сығымдарҙы ҡайтарыу, концерт-тамашаларҙың ваҡытын үҙгәртеү тураһында мәҙәниәт ойошмалары сайттарында мәғлүмәттәр урынлаштырыла. Иртәгә "Юлдаш" радиоһы планлаштырған "Йырҙарым һеҙгә ҡала" тип исемләнгән концерт та уҙғарылмай. Кисә Мәскәү өлкәһендә "Крокус сити хол"да теракт булды. Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса 60-тан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән, 115 кеше дауаханаға оҙатылған.







