Рәсәй президенты Владимир Путин 24 мартты дөйөм милли матәм көнө тип иғлан итте

Был хаҡта ул «Крокус Сити Холл»да булған теракттан һуң ил халҡына мөрәжәғәтендә белдерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, илдең бөтә төбәктәрендәге кеүек үк, террорға ҡаршы һәм диверсияға ҡаршы өҫтәмә саралар индерелгән. «Иң мөһиме хәҙер был ҡанлы үлтереш артында тороусыларға яңы енәйәт ҡылырға юл ҡуймау, - тине Владимир Путин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ