Өфөлә терактта һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориал ойошторолдо

Ҡала халҡы ҡот осҡос теракт ҡорбандарын иҫкә ала. Мемориал майҙансығы «Мир» сауҙа үҙәге эргәһендәге Ғаилә һәйкәле һәм Йәштәр һарайы алдында асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Крокус сити холл» концерт залында һәләк булыусыларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, яраланған пациенттарға тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләне. Террор ғәмәлен ойоштороусылар иң ҡаты яза алырға тейеш, тигән Башҡортостан башлығы.

«Крокус сити холл» бинаһындағы теракттан һуң күпселек төбәктәрҙә мәҙәни, күңел асыу саралары кисектерелде. Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса республикала 23-24 мартта күләмле байрам сараларын ойоштороу тыйылды, концерт, спектаклдәр һәм күләмле байрамдар икенсе ваҡытҡа күсерелде. Өфөлә бер нисә юғары уҡыу йортонда уҡыуҙар дистанцион форматта алып барылды. Республиканың мәсет һәм сиркәүҙәрендә һәләк булғандар иҫкә алынды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ