Республиканың һыу баҫыу хәүефе янаған төбәктәре буйынса вертолетта рейд ойошторолдо. Вертолеттан күҙәтеү ваҡытында һыу баҫыу хәүефе янаған торлаҡ пункттар асыҡлана, шартлатыу эштәре талап ителгән урындар билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре фекеренсә, ташҡын ҙур матди юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Шуға күрә лә профилактика эштәрен ваҡытында алып барыу мөһим. Ошо һәм башҡа һорауҙар Йомағужа һыуһаҡласығында үткән кәңәшмәлә ҡаралды.
Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәрҙә шартлатыу эштәре тураһында видеояҙма һалып, ташҡынға әҙерлек барышы менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, яҡын көндәрҙә яҙғы ташҡын буйынса аныҡ фараздар буласаҡ. Әммә әлегә, һәр ваҡыттағыса, бөтә хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәл осрағына һынау үтә. Бөгөнгә ташҡын була ҡалһа, халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Көн һайын һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә. 11 мең самаһы кеше һәм 3 мең берәмек техника сафҡа ҡуйылған . Ғәҙәттәгесә, Өфө ҡалаһы һәм районы, Иглин, Белорет, Бишбүләк, Миәкә, Архангел, Дыуан һәм Ҡырмыҫҡалы райондары һыу баҫыу зонаһына эләгә. Белгестәр быйылғы ташҡындың уҙған йылдарға ҡарағанда етдиерәк буласағы хаҡында иҫкәртә. Ағиҙел бассейнында ҡарҙа һыу запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 6-27 процентҡа юғары.






