Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй

Эшсе ҡулдар талап ителә. Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй: слесарҙарҙан алып бүлек етәкселәренә тиклем. Предприятие киңәйә. Производство акценттары үҙгәрә. Хәҙер урында прицептар һәм ярымприцептар етештерелә башланған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Татьяна Хафизова сәнәғәт тармағында 35-се йыл. Шунсама ваҡыт тик бер станок артында токарь булып эшләргә тура килә.

Туймазы ҡалаһы предприятиеһында эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Бында ауыр йөк тейәүгә тәғәйен махсус техникалар нигеҙенән йыйыла. Мәҫәлән, был цехта бер юлы ике эш алып барыла. Атап әйткәндә, бетон ташыусы һәм тағылма транспорт шассиһы иретеп йәбештерелә. Һуңғыһы, хатта бер нисә этапҡа ҡоролған.

Бер прицепты дүрт хеҙмәткәр йыя. Һәр береһенә тәғәйен бурыс йөкмәтелгән. Берәүҙәр шассиға терәүҙәр урынлаштырған арала, икенселәре болт менән нығыта бара.

Әлбиттә, комплектлаштырыу дөрөҫ булғанда, эш тә алға бара. Ғөмүмән, күптән түгел асылған цехта бер тәүлек эсендә генә ошондай тиҫтәләп тағылма транспорт сараһы йыйыла.

Заводтың яңырыуына, заказдар артыуға бәйле бөгөн эшсе ҡулдар ҙа талап ителә. Иретеп йәбештереүселәр өсөн генә 200-ләп урын буш. Әйткәндәй, предприятиела уҡыу-уҡытыу ҙа ойошторолған. Белгестәр ҙә тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ