Саҡмағош районында яҙғы баҫыу эштәренә арналған зональ конференция үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегдә ойошторолған сарала баш агрономдар, инженерҙар, крәҫтиән-фермер һәм урындағы предприятие етәкселәре ҡатнашты.

Осрашыуҙа аграр техниканың әҙерлеге, һауа шарттары, һанлы мәғлүмәт системаһын файҙаланыу, агростраховкалау, сәсеү эштәрен ваҡытында һәм сифатлы башҡарыу һорауҙары ҡаралды. Быйыл Башҡортостанда аграрийҙар яҙғы сәсеүгә 25 млрд һум тирәһе аҡса тотонасаҡ. Был сумма уҙған йыл менән сағыштырғанда, 15 процентҡа күберәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ