Өфөнөң Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы

Унда төрлө төбәктәрҙән килгән фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар ҡулаҡса, ә ҡала халҡы тәбиғи һәм сифатлы продукция алып ҡыуанды. Йәрминкәлә ниҙәр бар? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.

Йәрминкәнең үҙ һатыусылары һәм һатып алыусылары. Кушнаренко районынан Әлмира Дәүләтгәрәева бында утыҙ йыл һатыу итә. Бөтәһе лә үҙ тирен түгеп тапҡан продукция - һөт, ҡаймаҡ, эремсек.

Етештереүселәр килтергәнен һатып бөтмәй ҡайтҡаны юҡ. Сөнки даими клиенттары- һатып алыусылары бар. Ауылдыҡын үҙ итеүселәр етерлек.

Картуфтың килограмы 35м, кишер 40 һум менән. Ҡариҙел фермеры аҙна һайын килеп уҙған йыл уңышын һатып бөтөп бара.

Стәрлебаш һәм миәкәләр көнбағыш майы менән сауҙа итә. Иглин районынан Валентина Волкова ҡайнатмалар һәм һуттар һата. Ун сутыйҙан ашыу баҡсаһында тәрбиәләп үҫтергәнен ҡыш буйы һатып

Башҡаса юл юҡ. Беҙ пенсионерҙар нисек аҡса еткерергә. Ун йылдан ашыу инде ҡышҡылыҡҡа 600 банка ҡайнатмалар, һуттар әҙерләп ҡуябыҙ. 60 банка маринадланған бәшмәк һаттым. Шуның менән йәшәйбеҙ. Кер йыуыу машинаһы алдым, ремонтҡа ла ошонан килгән аҡса тотола.

Валентина Волкова, һатыусы

Саҡмағош районынан Рида Әхмәҙи ҡыҙы үрелгән кәрзинкәләр алып килгән. Йәрминкәлә көньяҡ емеш-еләге, кейем- һалым да һатыла. Бындай йәрминкәләр Спорт һарайы алдында аҙна һайын шәмбе һәм йәкшәмбе уҙа.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ