60 йыл бергә йәшәгән ғаиләләр татыулыҡ һәм мөхәббәт өлгөһө булып тора. Хаҡлы ялдағы парҙар бәхет серҙәре менән уртаҡлашты. Бер-береңде хөрмәт итеп, аңлап йәшәгәндә тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға була тип иҫәпләй Төхвәтуллиндар ҙа. Гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләргә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.






