Баймаҡта Илдус Алғушаев иҫтәлегенә бокс буйынса турнир үтте

Бокс- көслөләр ярышы. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Илдус Алғушаев иҫтәлегенә бокс буйынса 8-се төбәк-ара турниры үтте. Яугир-интернационалист Илдус Алғушаев бала сағынан спорт менән дуҫ була. Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтта, шуна ул ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. 39 йәшендә генә вафат булған яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә коллегалары йыл да бокс буйынса ярышы үткәрә.

Спорт сараһы ике көн дауамында барҙы. Ул күрше Силәбе өлкәһенән республиканың һәм төрлө төбәктәренән 180 ашыу боксты үҙ итеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы йыйҙы.

Учалы районынан турнирға 8 спортсы килгән. Тренерҙары Айҙар Таипов балаларҙы бокс алымдарынан тыш, көслө рухлы булырға, ихтыяр көсөн үҫтерергә, , сыҙамлыҡҡа, тырышлыҡҡа өйрәтә.

Баймаҡтар данлы яҡташын онотмай, уның яҡты иҫтәлегенә арнап ҡалала йыл да балалар һәм үҫмерҙәр араһында бокс буйынса турнир ойоштора. Әйтергә кәрәк, уҙғарылған ярыштар был спорт төрөн үҫтереүгә тос өлөш индерә, уға иғтибар йылдан-йыл арта бара. Республика, Рәсәй кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшеп,спорт мастеры дәрәжәһенә еткән тәрбиәләнеүселәр ҙә байтаҡ. Был иһә тренерҙарҙың тәжрибәле һәм үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙары тураһында һөйләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ