Хәйбулла районы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанды һаҡлау бурысын лайыҡлы үтәй. Яугирҙарҙың сираттағы төркөмө тыуған ерҙәренә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Улар ике аҙналыҡ ялды өйҙә туғандары, яҡындары янында үткәрәсәк. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов отпускҡа ҡайтҡан яугирҙар менән осрашты.
Ир-егеттәр ил алдында хәрби бурыстарын намыҫлы үтәүҙәре, өйҙә ҡалған ғаилә ағазаларының көнитмеше хаҡында бәйән итте.»Тихий» һәм «Бабай» ҡушаматлы яугирҙар 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Былтыр йәй «Манул» ҡушаматлы яугир Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйып, Достовалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә башлаған.
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү барышында һалдат ғаиләләре ихтыяждары иҫәпкә алынды, районда ойошторолған социаль координаторҙар, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре ғаиләләргә ярҙам саралары хаҡында һөйләне. Яугирҙар Рәсәй ҡораллы көстәренә, гуманитар йөк оҙатыуҙа ярҙам күрһәткән мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәтен еткерҙе.
Ир-егеттәрҙең бөтә үтенестәрен район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ контроленә алды. Мохтаж ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеләсәк. Осрашыу аҙағында хәрбиҙәргә батырлығы, сыҙамлығы, илһөйәрлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, Хәйбулла районы символикаһы менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.






