Оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, яҙғы ташҡынға әҙерлек, юлдарҙы ремонтлау. Башҡортостан башлығы рәйеслегендәге бөгөнгө оператив кәңәшмә күп төрлө һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оператив кәңәшмә бөгөн бер минут тынлыҡтан башланды. Крокус Сити холдағы террор ғәмәленән һәләк булыусылар иҫтәлегенә. Ғәйеплеләр тейешле язаһын алыр, тип ышанабыҙ тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйле. Башҡортостанда беренсел медицина звеноһын модернизациялау буйынса программа тормошҡа ашырыла башлай, ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Тәү сиратта Өфө учреждениелары күҙ уңында тотола.

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында кадрҙар ҡытлығы бар. Ведомствоға проблемаға иғтибарҙы арттырыу мотлаҡ. Радий Хәбиров муниципаль берәмектәрҙә йәш белгестәргә ярҙам саралары тураһында отчет әҙерләргә ҡушты.

Киләһе аҙна мәктәптәрҙә һуңғы сирек башлана, алда-йәйге каникулдар. Быйыл ял, һауыҡтырыу, спорт лагерҙарында 500 мең тирәһе баланың ялын ойоштороу ҡаралған. Башҡортостан үткән йылда сэндвич конструкциялар төҙөү буйынса конкурста еңеү яулаған. Уға ярашлы федераль субсидия бүленә, был аҡсаны төҙөлөшкә, инфраструктура объекттарын ремотлауға тотонорға мөмкин. Быйыл республикала сэндвич панелдәрҙән 5 конструкция ҡороу ҡаралған. Йәғни, өҫтәмә рәүештә 300-гә яҡын баланы алырға мөмкин.

Көндәр йылыныу менән тирә-йүн, шул иҫәптән юлдар ҙа ҡарҙан әрселә башлай. Тимәк ремонт эштәренә тотоноу, соҡорҙарҙы ямау талап ителә, тине Радий Хәбиров.

Быйыл ҡар күп яуыу һөҙөмтәһендә яҙғы ташҡындың көслө булыуы ла ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе кисектереү маҡсатында ныҡлы әҙерлек талап ителә, тине Республика башлығы.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ