Баймаҡ районында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү буйынса әҙерлек эштәре бара

Әбделкәрим ауылында яуаплы осор буйынса киңәйтелгән ултырыш үтте. Урындағы хакимиәт ҡарамағындағы махсус комиссия - төрлө ойошма, учреждениеларҙың мөһим сараға әҙерлек кимәлен ҡараны. Шулай уҡ «Һаҡмар» һыуһаҡлағысында практик-күнекмә ойошторолдо.

«Ҙур һыу» осоро апрель башына тура килә, әммә уға әҙерлекте әленән үк башлау мөһим. Ташҡын - ҡарҙың ҡалынлығына, яҙлы-көҙлө яуған яуым төшөмгә бәйле. Быйыл иһә, ҡар ҡатламының уртаса норманан юғарыраҡ булыуы күҙәтелә. Шуға күрә лә райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәре әҙерлек һыҙығына баҫҡан.

Баймаҡ районында ике һыуһаҡлағыс бар, улар Әбделкәрим һәм Урғаҙа ауылдары янында урынлашҡан. Һаҡмар һыуһаҡлағысы - иң күләмлеһе һанала. 4 мең 500 метр бейеклегендәге ҡоролма, яҙғы ташҡын осоронда, секундына 26 кубометр һыу ағыҙыу мөмкинлегенә эйә. Был үҙ сиратында, һыуҙың тотҡарлыҡһыҙ ағып сығыуына булышлыҡ итә.

Баймаҡ ҡалаһында, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауыл биләмәләрендә йылғаларҙа боҙҙо ҡырҡыу, ҡаралау эштәре алып барыла. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ һыу үткәреү коммунакацияларын, күпер аҫты аралыҡтарын таҙалай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ