Өфө Крокус-Сити-Холда һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған «Торналар» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Ул «Бейеүсе торналар» фонтаны янында ойошторолдо, тиҫтәләгән шәм тоҡандырылды. Акция үҙенең исемен осраҡлы ғына алманы. Фажиғә булған «Крокус-Сити-Хол»дағы концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы, «Торналар» йырын башҡарыусы Мөслим Магомаев исемен йөрөткән.

Террор ғәмәле көнөндә «Крокус-Сити-Хол»да «Рәсәйҙең бейеү спорты беренселеге» үтә. Унда Башҡортостандан бейеү коллективы ҡатнаша, бәхеткә, улар сығыш яһап, ҡунаҡханаға әйләнеп ҡайтҡан була. Чемпионаттың жюри ағзаһы булараҡ павильонда Өфөнән Римма Ҡондосова ҡала. Концерт залында теракт булғанын шунда уҡ хәбәр иттеләр, эвакуация юлдары буйлап тышҡа сыҡтыҡ, ти ваҡиға шаһиты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ