Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары республика психотерапия үҙәгендә реабилитация үтә ала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары республика психотерапия үҙәгендә реабилитация үтә ала. Физик һәм психик һаулыҡты нығытыу өсөн ҡаралған хеҙмәттәр Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай күрһәтелә. Психолог һәм психиатрҙар менән аралашыу, йөҙөү, массаж, сәләмәт туҡланыу, дарыуҙар менән дауаланыу һәм башҡа саралар күҙ уңында тотола. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

«Чайка» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияла контузия алып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Тыуған ерендә уға психик сәләмәтлеген нығытыу өсөн ярҙам күрһәтелә. Республика клиник психотерапия үҙәгендә яугир рухи көс туплап, яңынан алғы һыҙыҡҡа китергә әҙерләнә.

Республика клиник психотерапия үҙәгендә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бушлай психологик һәм психотерапия ярҙамы күрһәтелә. Заманса реабилитация программаһы буйынса граждандар табиптар билдәләгән дарыуҙар менән дауалана, йөҙөү, физиотерапия, массаж, психолог һәм башҡа белгестәр менән әңгәмә ҡаралған.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 39 ярҙам сараһы ойошторолған. Республика клиник психотерапия үҙәгендә дауаланыу өсөн учреждениеға шылтыратырға йәки «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды аша заявка бирергә кәрәк. Алғы һыҙыҡта ил тыныслығы өсөн көрәшеүселәр һәм уларҙың яҡындары тар профилле белгестәрҙең күп яҡлы ярҙамы менән файҙалана ала.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ