Яҙғы сәсеү кампанияһына 12 меңдән ашыу трактор йәлеп ителәсәк

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтырғы йылға ҡарағанда, баҫыуға сығасаҡ техникалар иҫәбе 180-гә күберәк. Федоровка районы ауыл хужалыҡтарында бөгөн яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар тейешле кимәлдә тупланған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Төбәк аграрийҙары иген культураһын бөгөн дә уңышлы ҡулаҡсаға әйләндерә. Былтыр күпләп һуғып аынған бойҙай, һоло һәм ужым арышы республикала ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Яҡын арала мең тонна көнбағыш культураһын һатыуға сығарыу көтөлә. Хужалыҡ шул уҡ ваҡытта яғыулыҡ-майлау материалдарын әҙерләүҙе лә яйға һалған.

Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағында махсуслашҡан Фрунзе исемендәге хужалыҡ яҙғы сәсеү кампанияһына тулыһынса тиерлек әҙер. Көҙҙән сифаты һыналған орлоҡтар етерлек. Техника паркын да ойошма йыл һайын яңыртып тора. Быйыл баҫыуға 22 берәмек трактор йәлеп итеү күҙаллана.

Баҫыуҙар өсөн минераль ашламалар ҙа тейешле кимәлдә һатып алынған. Субсидиялауға документтар әҙер. Дәүләт иғтибары ярҙамында тармаҡ үҫешендә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Федоровка районында, ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәре 76 мең гектар майҙанда үтәсәк. Көҙҙән сәсеп ҡалдырылған культуралар юғалтыуһыҙ ҡышлауы билдәле.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ