1 апрелдән 26 майға тиклем Өфөлә биләмәне санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндәреү буйынса айлыҡ башлана. 6-сы, 20 һәм 27 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре ойоштороу ҡаралған. Әле Өфөнөң Дим районында тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника ярҙамында урам-тротуарҙар, туҡталыш павильондары тәртипкә килтерелә башланы. Яҙғы осорҙа юл ҡатламын таҙартҡанда ғәҙәттәгесә махсус йыуыу сараһы ла ҡулланыла.
Коммуналь техника ҡышҡы миҙгелдән йәйге режимға күсерелеп, махсус ҡулайламалар менән тәьмин ителгән. Урам-юл селтәрен таҙартып-йыуыу эштәре райондың барлыҡ участкаларында ла планлаштырылған. Төп иғтибар - халыҡ күпләп йөрөгән урындарға йүнәлтелә.






