Ошо дата айҡанлы Өфөнөң мәҙәниәт, ял үҙәгендә тантаналы сара үтте. Инфраструктура үҫешкән, миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән баш ҡала өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙөклөкһөҙ, тотороҡло эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Коммуналь хеҙмәттәр йылдың һәр миҙгелендә, ялда ла, байрамда ла, тәүлек әйләнәһенә сафта. Йәмғиәттең тыныс, имен тормошо тармаҡ эшселәренең көндәлек эшмәкәрлегенә турнанан-тура бәйле.
Тантаналы ултырышта хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында Өфөнөң Октябрь районы торлаҡ-коммуналь хужалығының 5-се разрядлы электр-газ иретеп- йәбештереүсеһе Марс Бикташев та бар. Ул торлаҡ-коммуналь системала 30 йылға яҡын эшләй, үҙ эшенең оҫтаһы. Һөнәри байрам уңайынан Марс Фәрүәз улына Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың Почетлы хеҙмәткәре билдәһе тапшырылды.






