Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә үткән Башҡортостан эшҡыуарлығы аҙнаһында Шаран районы предприятиелары ла ҡатнашты. Күргәҙмә ҡунаҡтарына райондың инвестиция һәм туристик потенциалы траһында бай мәғлүмәт тәҡдим ителде. Ошонда уҡ райондың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сығыш яһаны, мәскәүҙәр милли аштар, Шаран эшҡыуарҙары үҫтергән ер еләгенән дә ауыҙ итте. Башҡортостан экспозицияһын ҡарарға килеүселәр шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова менән аралашты. Яҡташтар осрашыуы һәр кемдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.






