«Салауат Юлаев» клубы йыл йомғаҡтарын барланы

Баш тренер Виктор Козлов менән яңы килешеү төҙөләсәк. Был хаҡта бөгөн миҙгел һөҙөмтәләренә арналған матбуғат конференцияһында «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов хәбәр итте. Йыл йомғаҡтары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа тикшерелде. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса төбәк башлығы Виктор Николаевичҡа артабан да баш тренер булып эшләргә тәҡдим итте. Шуға күрә тиҙҙән контрактҡа ҡул ҡуясаҡбыҙ, команда һәм тренерҙар штабын булдыра башлаясаҡбыҙ, - тип өҫтәне Ринат Бәширов.

Юлаевсыларҙың ҡапҡа һаҡсыһы Илья Ежов хоккей карьераһын тамамланы, ә бына Александр Хмелевский, Джош Ливо һәм башҡа сит ил хоккейсылары менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Уйынсылар кандидатураһын һайлап алыу буйынса төп ҡарарҙы баш тренер Виктор Козлов ҡабул итә, тип өҫтәне Ринат Бәширов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ