Вальс, полонез, мазурка, бранль - мәктәп уҡыусылары тарафынан егерменән ашыу бейеү күрһәтелде. Мәғариф учреждениеһында күләмле ваҡиғаға етди әҙерлек алып барылған, бейеүселәрҙең кейемдәренә айырым иғтибар бүленгән. Сараның маҡсаты - балаларҙа матурлыҡ һәм эстетикаға һөйөү уятыу.
Колонна залында ойошторолған балда мәктәп уҡыусылары менән бергә уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә бейене. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.






