Владимир Путин "Крокус сити холл" концерт залында теракт ғәмәленә заказ биргәндәрҙе асыҡларға ҡушты. Президент хәүефһеҙлек саралары буйынса кәңәшмә үткәрҙе. “Террорсылар халыҡ араһында ғауға һәм ыҙғыш таратырға ниәтләгән ине, әммә берҙәмлек һәм көрәшергә әҙерлекте осратты”, - тине дәүләт башлығы.
Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында "Крокус сити холл" концерт залында теракт 22 мартта кисен була. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ваҡиғала 139 кеше һәләк булған. Әле 7 енәйәтсе ҡулға алынған һәм тәфтиш изоляторына оҙатылған.







