Башҡортостанда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә 1 миллион һум тапшырыла

Республика Башлығы тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәткә бер ай дауамында белгестәрҙе һайлап алыу тәртибен билдәләп түләү шарттары, финанслау сығанаҡтарын раҫларға ҡушыла. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы быйылдан федераль кимәлдә тормошҡа ашырыла башлай. Проектҡа ярашлы ауыл йәки бәләкәй ҡалаға эшкә килгән белгестәргә 1 миллион һум тапшырыла. Беҙҙең республикала бындай программа 2021 йылдан ғәмәлдә. 

Фото №1 - Башҡортостанда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә 1 миллион һум тапшырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ