1 апрелдән баш ҡалала биләмәләрҙе санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндәреү айлығы башлана. Яҙғы өмәләр 6, 20 һәм 27 апрелгә тәғәйенләнгән. Өфөнөң Дим районында тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле коммуналь техника ярҙамында урам-тротуарҙар, туҡталыш павильондары тәртипкә килтерелә башлаған. Төҙөкләндереү хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Радик Ураҙбахтин һөйләй.
Өфөлә яҙғы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндәреү айлығы 26 майға тиклем дауам итә.







