Бының өсөн 1 мең 770 балалар ойошмаһы йәлеп ителә. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һөйләй.
Радий Хәбиров йәйге ял ваҡытында балалар хәүефһеҙлегенә етди иғтибар итергә ҡушты. “Янғынға ҡаршы, санитар талаптар теүәл үтәлергә тейеш”, - тине Республика Башлығы.
Быйыл республикала йәйге һауыҡтырыу сараларын финанслауға яҡынса 3 миллиард һум тотонола. Төбәк программаһына ярашлы ата-әсәләргә балалар ялы өсөн компенсация ҡаралған.







