Әбйәлил районы Ҡушый ауылында тәфтишселәр янғын сәбәптәрен асыҡлай

Әбйәлил районы Ҡушый ауылында тәфтишселәр янғын сәбәптәрен асыҡлай, унда биш кеше, шул иҫәптән өс бала зыян күргән. Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 мартта кис Таһир Кусимов урамындағы бер ҡатлы шәхси йортта янғын сыҡҡан.

Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йортта әсә 2015, 2017 һәм 2019 йылда тыуған өс балаһы менән бергә була. Шулай уҡ уларҙа күп балалы ҡатындың дуҫы ҡунаҡҡа килгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ут йорт ҡаралтыһына йылытыу ҡаҙанлығының газ сығарыуы һөҙөмтәһендә ҡабынған.

Янғын ваҡытында термик тән йәрәхәттәре алған балалар һәм өлкәндәр дауаханаға, реанимацияға оҙатыла. Дүрт кешенең, шул иҫәптән өс баланың һәм йөклө ҡатындың хәле ауыр тотороҡло тип баһалана. Бер өлкән пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта, тотороҡло. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм һәм ашығыс хеҙмәттәр килә. Тикшереү саралары һөҙөмтәләре буйынса хоҡуҡи баһа биреләсәк, - тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ