Быйыл унда илдең 40 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытай һәм Белоруссиянан 300-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмәлә 140 ауыл хужалығы техникаһы күрһәтелгән. Агросәнәғәт комплексының яңы шарттарға яраҡлашыуы форумдың төп темаһы итеп һайланған. “Республикала агронсәғәнәғәт комплексы тотороҡло үҫешә. Башҡортостан агросәнәғәтендә һанлы технологиялар үҫешенә ҙур иғтибар бирелә”, - тине премьер-министр Андрей Назаров.
Бөгөн Саҡмағош районында “Сәрмәсән” ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы етештереү корпусы асылды. Уның эшенә “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында видеоэлемтә аша старт бирелде. Инвесторҙар банкрот тип иғлан ителгән предприятиены тергеҙеүгә иреште. Ҡош итен етештереү йылына 480 тоннаға артыуы көтөлә. Форум барышында Бүздәк районында тағы бер агрокласс асылды. Ул “Авилат” агрокомплексы тырышлығы менән 1-се мәктәп нигеҙендә булдырылды. Бөгөн Башҡортостандың 40-ҡа яҡын районында 126 агрокласс иҫәпләнә.







