Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары башланды

Уларҙың тәүгеһе Нуриман районыныда үтте. Сарала урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар ҡатнашты. Функциональ звеноның көстәрен һәм сараларын ҡарауҙан тыш, шартлы янғын һүндерелде. Уҡыуҙар барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Красная Горка ауылы үҙәге янғын һүндереүҙә йәлеп ителә торған төрлө техника менән тулыланды. Бәхеткә, ғәҙҙәттән тыш хәл сәбәбсе түгел. Нуриман, Бөрө, Иглин, Борай, Өфө райондарының урман янғындарына әҙерлеге тикшерелде. Сафта аэрокәмә, йөк фургондары, авария-ҡоткарыу автомобиле, автоцистерналар. Быйыл республикала тәүге тапҡыр заманса осоу аппараты ҡулланыласаҡ. Уны Новосибирск компанияһы етештерә. Ҡоролма тепловизор ярҙамында яңғын урындарын таба һәм уның ҙурлығын баһалай ала.

Башҡортостанда был пилот проекты. Ғөмүмән, беҙ Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә эшләйбеҙ. Аппарат бер сәғәткә тиклем һауала оса ала һәм реаль ысынбарлыҡ режимында мәғлүмәтте күрһәтә. Ҡоролманы яҙғы ташҡындарҙы күҙәтеү, шулай уҡ юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн ҡулланырға була

Дмитрий Шестаков, «Оптиплейн аэродинамика» ойошмаһы генераль директоры

Барлыҡ ҡоролмалар эштә һынап ҡаралды. Сценарий буйынса, Красная Горка - Өфө автотрассаһы буйында урман янғыны сыҡҡан. Ваҡиға урыны район үҙәгенән бер километр тирәһе алыҫлыҡта. Ут ярты гектар ерҙә тарала Шартлы янғын урынына Нуриман урман хужалығы көстәре килеп етә. Көслө ел хәлде ҡатмарлаштырғас, өҫтәмә техника һәм янғын һүндереүселәр саҡырыла.

Республикала урман янғындарын һүндереүгә 177 махсуслаштырылған техника әҙерләнгән. Тағы 8 берәмек машина һатып алыу күҙаллана. Шулай итеп урман янғындарын һүндереү станциялары автопаркы тулыһынса тәьмин ителәсәк. Ҡотҡарыусылар үҙ сиратында ут стихияһын алдан иҫкәртергә тырыша.

Быйыл республикала йәйҙең ҡоро килеүе көтөлә, тиелде кәңәшмә барышында. Былтыр Башҡортостан биләмәһендә 156 урман янғыны сыҡҡан. Уларҙың майҙаны яҡынса 3 мең 400 гектар тәшкил иткән. Янғындар башлыса Әүжән, Бөрйән һәм Кананикольское урман хужалыҡтарында теркәлгән.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ