Учреждение, уның матди-техник йыһазландырылыуы халыҡ һайланыусыларының даими иғтибары үҙәгендә тора. Парламентарийҙар хосписҡа уның төҙөлөш барышынан алып һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Һуңғы ваҡытта депутаттар уйын бүлмәһен йыһазландырыуҙа ярҙам итте, уңайлы карауат-креслолар һатып алды. Парламентарийҙар даими нигеҙҙә хосписҡа хәйриә ярҙамы күрһәтә һәм килеп сыҡҡан төрлө мәсьәләләрҙе оператив хәл итергә ярҙам итә.
Был юлы депутаттар шәхси аҡсаларына һатып алынған кер йыуыу машинаһын, емеш-еләк алып килде.
Хоспис етәксеһе Радмила Сурначева көнкүрештә кәрәкле техника менән тәьмин итеүҙәре һәм пациенттарҙың ихтыяждарына даими иғтибар биреүҙәре өсөн депутаттарға рәхмәт белдерҙе. Хоспис етәкселеге менән бергә парламентарийҙар ауырыуҙарҙың һәм уларҙың туғандарының йәшәү шарттарын баһаланы, бүлмәләрҙе ҡараны.






