Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға 5 миллиард ярым һум аҡса ҡаралған. Шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан 702 миллион һум бүленә. Төҙөкләндереү эштәренең күпселек өлөшө торлаҡ ҡыйығын, инженер селтәрҙәрҙе, лифттарҙы яңыртыуға ҡағыла. Өфөләге күп фатирлы йорттарҙа ойошторолған капиталь ремонт һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Идара итеү станцияһын лифттың «мейеһе» тип тә әйтәләр. Тап уның ярҙамында лифт күтәрелә, туҡталыштар яһай, ишектәре асылып-ябыла. Өфөнөң Киров урамындағы күп фатирлы йорттоң ике подъезында ла милекселёрҙең теләге буйынса лифттар яңыртылған. Быға тиклемгеһе утыҙ биш йылдан ашыу файҙаланыуҙа булып эшлектән сыҡҡан.
Быйыл Башҡортостанда капиталь ремонт программаһы буйынса күп фатирлы 179 йортта лифттарҙы яңыртыу планлаштырылған, уларҙың яртыһы республика ҡаҙнаһынан финанслана. Дөйөм алғанда, 2025 йыл аҙағына тиклем меңдән ашыу лифтты алмаштырыу ҡаралған. Улар иҫәбендә Өфөнөң Минһажев урамындағы йорт та бар. Бында ла капиталь ремонт эштәре көтөлә.
Әлегә был торлаҡтың дүрт подъезында ла һыу менән тәьминәт һәм һыу бүлгес системалары яңыртыла. Төҙөкләндереү эштәре быйыл февралдә башланған, ике этаптан тора. Фатир эсендәге торбаларҙы алмаштырғандан һуң подвалға күсәләр. Милекселәр билдәләүенсә, подрядсы компания барлыҡ эштәрҙе лә графикҡа ярашлы башҡара.
Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, электр, газ менән тәьминәт системалары ла яңыртыла. Торлаҡты тышҡы яҡтан биҙәкләү, ҡыйыҡты төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленә.
Әлегә объекттарҙың күп өлөшө буйынса проект-смета документтары әҙерләнгән, килешеүҙәр төҙөлгән. Республика ярҙамы менән капиталь ремонт программаһы барлыҡ муниципалитеттарҙа ла уңышлы тормошҡа ашырыла.
Гөлназ Хәйбуллина



