Санкт-Петербург ҡалаһының Милләттәр йортонда һынлы сәнғәт һөйөүселәргә Башҡортостанда тыуып үҫкән Мәскәү һәм төньяҡ баш ҡала рәссамдарының берлектәге күргәҙмәһе асылды.
«Ҡомартҡы» тип исемләнгән экспозиция рәссамдар Рәйхана Дәүләтшина, Сулпан Билалова, Людмила Коледина, Зифа Толомбаева һәм Рәйлә Гаиналарҙың ижады менән таныштырҙы. Төрлө жанрҙарҙа ижад иткән рәссамдарҙы башҡорт халҡының әкиәттәренә һәм риүәйәттәренә илһам тойғоһо бәйләй. Күргәҙмә «Беҙҙе Башҡортостан берләштерә» тигән мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үткәрелгән тәүге сара булыуы менән дә әһәмиәтле.



